Мәсетле районында үлемесле авария сәбәптәре асыҡлана

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 12-се модель «ВАЗ» автомобиле уҙып барғанда «Киа Сид» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә ике транспорт сараһы ла түңкәрелә. «ВАЗ»дың 32 йәшлек водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Һуңыраҡ ул дауаханала вафат була. Уның пассажиры, шулай уҡ иномарка водителе һәм пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре алған. Билдәле булыуынса, ватан автомобиле хужаһы эскөн килеш руль артына ултырған өсөн бер ай элек кенә водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ