«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына яңы стела. Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында яҡташтар осрашыуы үтте. Ул урындағы халыҡты һәм тыуған яғынан ситтә йәшәүселәрҙе берләштерҙе.
Йөрәге менән һәр ваҡыт тыуған ерендә ҡалыусылар төрлө төбәктәрҙән йыйылған. Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды, хәрби дан музейы менән танышты. Тарихи экспонанттар Зөфәр Мортаев тырышлығы менән тупланған. Ул ата-бабаларыбыҙ тарихы онотолорға тейеш түгел тигән фекерҙә, шуға ла үҙенең коллекцияһын ауылға бүләк итә. Байрамдың тантаналы өлөшө мәктәп биләмәһендә үтте. Быҙаулыҡ тарихы менән Камил Ғәйнуллин таныштырҙы. Ул элек ауылдың үҙ атамаһы булмауын, уны «Өсөнсө бүлексә» тип йөрөтөүҙәре тураһында һөйләне.
Тантаналы өлөштән һуң район мәҙәниәт йорто һәм урындағы үҙешмәкәр артистарҙың концерты үтте, сауҙа майҙансыҡтары эшләне, балалар өсөн күңел асыу ойошторолдо. Ҡунаҡтар сәй һәм ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Күптәр үҙҙәрен йәшлек йылдарына ҡайтҡан кеүек хис итте. Сөнки тыуған ауыл менән бәйләнеш арауыҡта ла, ваҡыт үтеү менән дә юғалмай.





