Алғы һыҙыҡтағы медицина ротаһы белгестәре тәүлек әйләнәһе эшләй. Уларға ялан шарттарында, дошман һөжүме аҫтында яраланған яугирҙарға ашығыс ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ уларҙы госпиталгә оҙатыу бурысы йөкмәтелгән. Медицина белгестәренең тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, рух көсө бирә.
#ПрофсоюзЗдравоохранения #ПрофсоюзМедработников #медикиГерои #Роспрофздрав02
Әсән ҡушаматлы яугир, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов һәм уның хеҙмәттәштәре яралыларҙы алғы һыҙыҡтан эвакуциялай. Ашығыс ярҙам машинаһында хәрбиҙәрҙе госпиталгә алып килә.
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы Луганск халыҡ республикаһында урынлашҡан. Еңелсә яра алған яугирҙар тап ошо госпиталгә оҙатыла. Ике тапҡыр минаға баҫҡан һалдат менән аралашам.
Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында хирург, травматолог, терапевт, реаниматолог, стоматолог, шәфҡәт туташтары эшләй. Улар араһында Учалы үҙәк дауаханаһынан Фәнил Мөхмәтшин бар. Ул 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән.
Артабан “Колибри” ҡушаматлы шәфҡәт туташы менән аралашабыҙ.
“Гость” һәм “Воха” ҡушаматлы табиптар алғы һыҙыҡта таныша. Улар “Башҡортостан” полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында яугирҙарҙың тештәрен дауалай, бит-яңаҡ өлөшөнә ҡатмарлы операциялар яһай.
Яҡташыбыҙ Салауат Күсәрбаев менән Донецк халыҡ республикаһы Макеевка ҡалаһындағы госпиталдә осраштыҡ. Ул 2022 йылдан яралы яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтә. Хирург.
Артабан Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонға юл тотабыҙ. Унда ла яугирҙарҙы яҡташтарыбыҙ дауалай. “Знахарь” ҡушаматлы табип менән аралашабыҙ. Ул Салауат районынан. Доброволец.
“Төп бурыс яралы яугирҙарға ваҡытында һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү” – ти Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы баш табип урынбаҫары Руслан Хәбиров.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы алғы һыҙыҡҡа даими ярҙам күрһәтә. Фронтты медицина ҡорамалары, дарыуҙар, гигиена кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә. Шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа автомобилдәр, дрондар ебәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре ирекмән булараҡ гуманитар ылауҙы ла үҙҙәре оҙатып бара. Махсус хәрби операцияла булған табиптарҙың ғаиләләренә лә айырым иғтибар бүленә. һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы тарафынан булдырылған системалы эш, берҙәмлек алғы һыҙыҡтағы табиптарға рухын нығыта, көс бирә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауил Халфин ошо хаҡта.
Һөнәргә тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө... Махсус хәрби операцияла табиптар...
Башҡортостан табиптары махсус хәрби операция башланғандан алып Донбастан ҡайтып килмәй. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ерле халыҡ беҙҙең табиптарҙы көтөп ала. Сөнки оҙаҡ йылдар Донбасс дауахналарында медицина белгестәре етешмәгән. Кешеләр сифатлы медицина ярҙамы алмаған. Фронтта һәм уға яҡын биләмәләрҙәге табиптар республиканың ярҙамын тойоп эшләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уларға рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан табиптары махсус хәрби операция биләмәһендә бик яуаплы бурыс башҡара. Улар хәрбиҙәрҙең ғүмере өсөн көрәшә, хеҙмәт батырлығы ҡыла.
Динара Сафина, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары.








