Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш буйынса илдә өсөнсө урын алды

Башҡортостан Рәсәй субъекттарының социаль-иҡтисади хәле тотороҡлолоғо рейтингында ТОП-3-кә инде. Беҙҙән алда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары. Эксперттар иҡтисади сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген, иҡтисадтың дөйөм динамикаһын, махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле факторҙарҙың йоғонтоһон, ыңғай һәм кире тенденцияларҙы, шулай уҡ хәүеф һәм перспективаларҙы баһалаған. Рейтингта республикала сәнәғәт производствоһы индексы 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында 106,7 процент кимәлендә тип билдәләнгән. Шулай уҡ төбәк Рәсәйҙең алдынғы сәнәғәт төбәктәре араһында 4-се, Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында 3-сө, дронлаштырыуҙа 1-се, Волга буйы федераль округында 7 йыл эсендә йәлеп ителгән инвестициялар үҫеше буйынса 1-се урын биләй. Быйылғы Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан дөйөм суммаһы 112 миллиард һумлыҡ 35 килешеү төҙөгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ