Бөрөлә археологик ҡаҙыныу эштәре барышында боронғо биҙәүес әйберҙәре һәм хужалыҡ ҡоралдары табылған

Ҡаланың көньяғында урынлашҡан ҡәберлектә студенттар, ирекмәндәр, шулай уҡ Археологик сығанаҡтарҙы өйрәнеү үҙәге белгестәре эшләй. Һәйкәл ғалимдар тарафынан күп йылдар дауамында өйрәнелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һәр табылған артефакт ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле. Айырыуса, бахмут мәҙәниәтенә, йәки өсөнсө-һигеҙенсе быуатҡа ҡараған биҙәүес әйберҙәр төрлөлөгө һоҡландыра. Шулай уҡ көнкүрештә һәм һунарсылыҡ өлкәһендә файҙаланылған ҡомартҡылар ҙа күп сер һаҡлай.

Ҡәберлектә табылған уҡ остары, стандарт буйынса тиерһең, һәр саҡ дүртәү була. Был бер ҙә осраҡлы түгел-ерләү йолаһының ниндәйҙер элементылыр тигән фекерҙәбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: уҡ остары бер-береһенә оҡшаған, ә формаһы буйынса төрлө. Деталдәргә ҡарап, уларҙың нимәгә тәғәйен булыуын төҫмөрләргә мөмкин.

Александр Краснопёров, Удмурт федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты

Өнһөҙ ҡомартҡыларҙың төҫтәр төрлөлөгө лә иғтибарҙһы йәлеп итә. Бронза, тимерҙән эшләнгән биҙәүестәр ситтән алыныуы ихтимал. Тимәк, урында сауҙа булған. Малсылыҡ, ер эшкәртеү менән дә шөғөлләнгәндәр. Табылған әйберҙәр төрлө өлкә ғалимдары өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

Археологик ҡаҙыныу эштәре ярты быуаттан ашыу алып барылыуына ҡарамаҫтан, әлегәсә донъя кимәлендә әһәмиәтле асыштар булып тора. Быйылғы миҙгелдә ерләү йолаһына бәйле әйберҙәр табылды. Ер аҫтында һаҡланған боронғо тарихты беҙгә төплө өйрәнеү мөһим.

Рида Русланова, Башҡортостан милли музейының археология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты

Федераль кимәлдәге тарихи һәйкәлдә ҡаҙыныу эше беренсе йыл ғына башҡарылмай. Бөрө ҡәберлеге 1901 йылда табыла, әммә уны ентекле өйрәнеү ярты быуат тирәһе ваҡыт үткәс кенә-Нияз Мәжитов етәкселек иткән экспедициялар ваҡытында башлана. Әле эште Башҡортостан Милли музейы менән Археологик сығанаҡтарҙы өйрәнеү үҙәге һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты дауам итә. Әлегә ҡәберлектең яҡынса 15 проценты ғына өйрәнелгән. Ғалимдарға ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ