31 августа Ҡырғыҙстанда VI бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары башлана. Ярыштар Бишкәктә һәм Ысыҡкүл буйында үтәсәк. Мәртәбәле сарала Рәсәй данын 230 спортсы яҡлаясаҡ.
Составты төҙөгәндә милли спорт төрҙәрендә бай традициялары булған төбәктәргә айырыуса иғтибар бүленгән. Милли команданың төп өлөшөн Башҡортостан, Татарстан, Саха-Яҡут, Алтай һәм Тыва республикалары делегациялары тәшкил итә. Дөйөм алғанда, бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында 100-ҙән ашыу илдән өс меңдән ашыу спортсы ҡатнашыр тип көтөлә. Улар 43 спорт төрөндә көслөләрҙе асыҡлаясаҡ.
Рәсәй йыйылма командаһы составына Башҡортостандан 9 көрәшсе ингән. Улар ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, иран һәм тағы ла 5 көрәш төрөндә үҙ көсөн һынаясаҡ. Әле яҡташтарыбыҙ физик күнекмәләр башлаған. Ике йылға бер тапҡыр ойошторолған ярыштарҙы спортсылар милли олимпия уйындары итеп ҡабул итә.





