Легендар баскетболсы Иван Едешко 82-се йәшендә вафат булды

1972 йылғы олимпия уйындары финалында ул Александр Беловҡа «алтын» пас бирә һәм СССР йыйылма командаһына тәүге тапҡыр чемпион исемен яуларға ярҙам итә.

Беҙ Иван Ивановичты ысын патриот, республиканың ысын дуҫы булараҡ хәтерләйәсәкбеҙ. Ул Башҡортостанда һәр ваҡыт ҡәҙерле ҡунаҡ ине, беҙҙең менән бергә уңыштарға шатланды, башланғыстарыбыҙҙы хупланы. Үҙенең өлгөһө менән балаларҙы спорт менән шөғөлләнергә рухландырҙы һәм улар өсөн лайыҡлы өлгө булды. Иван Ивановичтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, тип яҙған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ