Рәсәйҙә пенсиялар ҡайтанан иҫәпләнә, һалым белдереүҙәре «Дәүләт хеҙмәттәре»нә килә, үҙмәшғүлдәргә больничный түләнә. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин август айында үҙ көсөнә ингән закондар тураһында хәбәр итте.
1 августан эшләүсе пенсионерҙар, тупланма түләү алыусылар һәм 80 йәштән өлкән граждандарҙың аҡсалары индексациялана. Социаль фонд аша тупланма пенсия билдәләнгән граждандар өсөн түләүҙәр 17,3 процентка үҫә. Ә дәүләттең уртаҡ финанслау программаһында ҡатнашыусыларға, шулай уҡ буласаҡ пенсияға әсәлек капиталын йүнәлткәндәргә текйешле түләүҙәр ҙә 19,3 процентҡа күбәйәсәк. Әлеге үҙгәрештәр автоматик рәүештә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
1 августан Һалым органдары документтарҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинетҡа ебәрә башлай. Электрон формала һалым белдереүҙәрен алыу тураһында айырым ғариза биреү талап ителмәй. 2025 йыл өсөн мөлкәт һалымын 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк
Үҙмәшғүлдәр хәҙер ауырып киткән осраҡта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеға иҫәп тота ала. Бының өсөн улар 2026 йылдың ғинуарынан ғәмәлгә ашырылған ирекле социаль страховкалау экспериментында ҡатнашҡан булырға тейеш. Программаға ингәндә улар страховка суммаһын үҙҙәре һайлай-35 мең йәки 50 мең һум. Пособие тап унан иҫәпләнә. Түләүҙең дөйөм күләме шулай уҡ страховка стажына һәм экспериментта ҡатнашыу ваҡытына бәйле.
Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағындағы ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусылар хәҙер шәхси сәбәптәр буйынса өҫтәмә отпускка дәғүә итә ала. Шулай уҡ Рәсәй Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙарының балаларын мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына тәү сиратта ҡабул итәсәктәр.
Граждандарҙың шәхси тормошо тураһында мәғлүмәттәрҙе законһыҙ йыйыу йәки таратыу, шулай уҡ яҙышыу һәм телефон һөйләшеүҙәренең серен боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы көсәйтелә. Был енәйәттәрҙе ҡылған өсөн дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
1 августан автоһәүәҫкәрҙәр страховкалау ваҡыты башланғанға тиклем ОСАГО килешеүенән баш тартҡан осраҡта түләнгән страховка премияһының бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Аҡсаны ғариза яҙылғандан һуң 14 көн эсендә ҡайтарырға тейештәр. Быға тиклем ОСАГО килешеүе ваҡытынан алда туҡтатылғанда, килешеү ғәмәлдә булмаһа ла, премия кире ҡайтарылмай ине.






