Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Салауатта ике кеше һәләк булған юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт 6-лар тирәһендә «Лада Веста» автомобиленең 24 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтып ағасҡа барып бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике пассажир урында уҡ һәләк була. Уларға 16 һәм 18 йәш тирәһе. Водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Автомобиль хужаһы һәм уның өс пассажиры, улар араһында 14 йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Тағы ла бер үлемесле авария уҙған төндә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән. Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш юлында «Рено Логан» водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып «Москвич» менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә иномаркала янғын сыҡҡан. Уның 48 йәшлек водителе ваҡиға урынында вафат булған. «Москвич» хужаһы һәм уның ике үҫмер пассажиры еңелсә йәрәхәттәр менән ҡотола. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң улар өйҙәренә ҡайтарыла. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ