Өфөлә йәш байкерҙар өсөн хәүефһеҙлек буйынса мотодәрес үтте

Ғүмерлек дәрес. «Өфө» мотоклубының өлкән тренеры Данила Балтачев үҫмерҙәргә ике тәгәрмәсле транспортта хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләре һәм экипировка буйынса инструктаж уҙғарған. Бынан тыш, дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә йәш байкерҙар өсөн юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса викторина ойошторолған. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылған. Артабан сара сиктәрендә һәр кем тренерҙар күҙәтеүендә мотоциклға ултырып үҙҙәрен тотошон һынап ҡараған. Бында ла иң-иңдәр ойоштороусыларҙың бүләктәре менән билдәләнгән.Мото дәрес профессиональ мотоциклистарҙың күрһәтмә сығыштары менән тамамланған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ