Красноусол ауылында Радий Хәбиров Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов менән осрашты

Яҡтар муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫешен тикшерҙе. Венер Вәхитов Башҡортостан башлығына райондың төп үҫеш күрһәткестәре, алдағы йылдарҙа барлыҡҡа киләсәк эре инфраструктура һәм социаль объекттар хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, урындағы бюджет килеме ыңғай динамика күрһәтә, урып-йыйыу кампанияһы яҡшы темптар менән бара. Район аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 15 процентын эшкәрткән дә инде. Уртаса уңыш гектарынан 44,5 центнер тәшкил итә. «Коммуналь инфраструктураны модернизациялау» төбәк проекты буйынса Красноусолда һыу үткәргес төҙөлә һәм баҫым коллекторын капиталь ремонтлау башланған. Былтыр Красноусолдың биш урамына асфальт түшәлгән. Быйыл урау юлды тәртипкә килтереү ҡарала. Шул уҡ ваҡытта район ауылдарын тоташтырған юлдарға иғтибар талап ителә. Радий Хәбиров юлдарҙы ремонтлауға быйылөҫтәмә рәүештә 40 миллион һум бүленәсәк тип билдәләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ