Алдағы ял көндәрендә Өфөлә һәм Шишмә районында ваҡытлыса юлдар ябыла

Бындай ҡарар Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын, атап үткәндә велосипед буйынса ярыштар уҙғарыуға бәйле ҡабул ителгән. 1 августа иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө 2-гә тиклем Сельская Богородская, Мушников, Маршал Жуков урамдарында һәм Баландин бульварында өлөшләтә транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Ошондай уҡ сикләү йәкшәмбе иртәнге сәғәт 6-нан көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем планлаштырылған. Шәмбе шулай уҡ иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем Иҫке Шишмә юлының Келәш, Әри һәм Ҡара Яҡуп ауылдары араһындағы участка ябыла. Шишмә районы хакимиәте водителдәргә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм маршрутты алдан хәстәрләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ