Өфөлә үпкә яман шешенә ҡаршы үҙенсәлекле операция башҡарылды

Яман шешкә ҡаршы көрәш. Республика клиник онкология диспансерында пациенттың үпкәләренә үҙенсәлекле операция үткәрелде. 3-сө стадиялағы яман шеш булғанда башлыса үпкәләрҙе ҡырҡып әмәлиәт яһарға тура килә. Әммә республика табиптары ҡатмарлы осраҡта ла аҙ йәрәхәтле ысул менән операция эшләп, пациенттың ағзаларын һаҡлап ҡалырға тырыша. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Операция өҫтәлендә 50 йәшлек ҡатын. Уның үпкәләрен яман шештән таҙартыу өсөн Мәскәүҙән тәжрибәле хирург-онколог Ариф Аллахвердиев килгән. Республика табиптары менән бергә ул зыян күргән күҙәнәктәрҙе яман шештән таҙартып, үпкәләрҙе зарарһыҙлай. Операцияны табиптар 3-Д күҙлектәрҙә эшләй. Уның ярҙамында һүрәт кинотеатрҙарҙа кеүек ҙурайтылып, сағыуыраҡ күренә.

Операция ике сәғәт дауам итә. Ҡатмарлы әмәлиәт онкология диспансерында даими башҡарыла. «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса операцияға башҡа төбәктәрҙән дә табиптар йәлеп ителә. Улар абруйлы белгестәрҙән тәжрибә туплап, пациенттарҙы үҙҙәрендә дауалауға әҙерләнә. Йыл һайын Башҡортостанда 1000-гә яҡын үпкә яман шеше асыҡлана. Белгестәр билдәләүенсә, уларҙың 30 процентында хирургик юл менән органды һаҡлап ҡалырға мөмкин.

Ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлаған осраҡта, дауалау терапияһы ла күпкә һөҙөмтәлерәк һәм еңелерәк була, ти табиптар. Һандарға килгәндә, йыл башынан ғына республикала ун меңдән ашыу кешегә тәүгә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Медицина учреждениеларында аяуһыҙ сир менән көрәштә заманса алымдар үҙләштерелә. Дауалау өсөн шарттар сит илдәрҙән ҡалышмай, үҙебеҙҙә лә ауырыуҙы еңеп, кеше ғүмерҙәрен оҙайтырға мөмкин.

Ф.Миһранова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ