Бал миҙгеле. Кәрәҙҙәр бал менән тулған мәлдә республика умартасылары бал ҡорттары менән бер тулҡында йәшәй һәм эшләй. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡояш менән бергә умарталыҡҡа ашыға. Беҙҙең ижади төркөм дә Сергей һәм Андрей Колобынцевтар менән бергә татлы ризыҡты етештереү алымдарын өйрәнде. Мисәтләнгән рамдарҙағы балдың сифаты, уның төрҙәре, файҙалы һәм татлы ризыҡҡа хаҡтар тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Аталы-уллы Сергей һәм Андрей Колобынцевтар иртә таңдан Ҡалтыман ауыл биләмәһенә умарталар урынлашҡан аҡланға ашыға. Июль- августа бал ҡорттарының сәскәләрҙән иң күп бал йыйған мәле. Нәҙекәйбилдәр йүкә сәскәһенән әүҙем бал йыйыу осорон тамамлаған Сират-ҡандала үләне, фацелия, муйынса сәскәләренә.
Ә был яландарҙы фермер махсус рәүештә элиталы бал етештереү өсөн тота. 20 гектар майҙанда муйынса(мордовник) үләне сәскән. Муйынса сәскәһенән элиталы балды Сергей Колобынцев гектарынан бер тонна ала. Бишенсе быуында ҡортсолоҡ менән шөғәлләнеүсе ир бал ҡорттарына сифатлы һәм һаулыҡҡа файҙалы нектар йыйыу өсөн шарттар булдыра.
10 гектар аҡланда фацелия сәселгән. Бал ҡорттары әлеге ваҡытта уның сәскәләренән әүҙем нектар йыйыу менән мәшғүл. Бер йыллыҡ үҫемлек тупраҡ сифатын яҡшырта, ә сәскәләре иммунитет өсөн файҙалы, ти умартасы. Әммә умарталарҙы урынлаштырыуҙа айырым ҡағиҙәләргә таяныу мөһим. Мәҫәлән, умарталарҙы ағыулы лютик үҫкән урынға ҡуйырға ярамай.
Умартасы өсөн бал ҡорттарының хеҙмәт емештәре мисәтләнгән рамдар. Уларҙы тикшереү һәм ҡумталарға тултырыу айырыуса күңелле.
Бал ҡорттары сәскәләрҙән әүҙем бал йыйған вағытта бер нәмәгә лә иғтибар итмәй. Нәҙекәйбилдәр өсөн иң мөһиме- бал йыйыу. Хатта рамдарҙы йыйған умартасыларға ла улар иркенләп эшләү мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме-тыныслыҡ һаҡлау.
Умартасы төтөнлөктән төтөн ебәреү менән бал ҡорттары инстинкт буйынса аҫҡа төшә. Улар балды кире үҙенә һура һәм ҡаҙауҙары бал менән тула.
Колобынцевтар йәмғеһе 300 гектар майҙанда юғары сифатлы бал етештерә. Зәңгәр сәскә атҡан һарҡыу үләне яҡшы тамыр ебәргән. Киләһе йыл ул метр ярымлыҡ булып үҫәсәк, тип шатлығы менән уртаҡлаша фермер. Ә 40 гектарҙа ҡандала үләне. Әлеге ваҡытта бал ҡорттары уларҙың сәскәләренән көнөнә биш килограммдан ашыу бал алып ҡайта. Бал ҡорттары был яландан август аҙағына тиклем бал йыя.
Был электротрициклда тонналап бал ташырға мөмкин. Автоматлаштырылған бал айыртыу ҡорамалында иһә сәғәтенә дүрт тоннаға яҡын татлы ризыҡ сығарырға мөмкин. Рамдарҙан гәрәбә төҫөндәге бал алыу-умартасы өсөн иң күңелле мәл.
Сергей Колобынцев үҙе етештергән сифатлы балды башҡалала ойошторолған йәрминкәләрҙә өфөләргә лә күпләп тәҡдим итә. Әйткәндәй, умартасылар балды шәмбе, йәкшәмбе көндәре башҡаланың «Дуҫлыҡ» сауҙа рәттәре менән йәнәш Эшсе хәбәрселәр урамы, 20, Спорт Һарайы алдында Рихард Зорге урамы, 41 адресы буйынса иртәнге 9 киске дүрткә тиклем тәҡдим итәсәк. Унда йүкә, сәскә, ҡандала, муйынса, фацелиянан йыйылған сәскә балын һатып алырға мөмкин.
Гүзәл Борханова






