Башҡортостан командаһы Ҡабарҙы-Балҡар республикаһына, Кавказ тауҙарының Сыңғыҙ Айтматов исемендәге үренә юллана. Экспедиция Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тарафынан ойошторолған һәм «Шағирҙар һуҡмағы» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Команда составында бөтәһе 12 кеше. Алыҫ юлға сығыр алдынан улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскә һалды. Экспедицияның маҡсаты тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Кавказға экспедиция Мостай Кәрим һәйкәленән башлана. Был осраҡлы түгел. Сәфәр Рус география йәмғиәтенең «Шағирҙар һуҡмағы» проекты буйынса ойошторола. Ул тау үрҙәренә совет классиктарының исемен биреүҙе һәм уларға экспедициялар ойоштороуҙы үҙ эсенә ала. Был юлы команда 3 мең 200 метр бейеклеккә, бөйөк ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматов үренә күтәрелә.
Рус география йәмғиәтенең «Шағирҙар һуҡмағы» проекты 2018 йылда, Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап тормошҡа ашырыла башлай. Халыҡ шағирының исеме Кавказ тауының Чегем тарлауығындағы үргә бирелә. Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы хәҙер үҙенең эргәһенә дуҫтарын йыя, ти экспедицияла ҡатнашыусылар. Роза Богомаз «Шағирҙар һуҡмағы» на 2024 йылда барып ҡайтҡан.
Шағирҙар һуҡмаҡтарының оҙонлоғо 6 километр тирәһе, һәр тау үренең бейеклеге 3 мең метрҙан ашыу, уларға яҡынса 3-4 көндә күтәрелергә мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бында һуҡмаҡтың ҡатмарлығы түгел, әһәмиәте мөһим.
12 кешенән торған Башҡортостан командаһы әҙәби-туристик маршрутҡа 2 августа юллана, сәфәр 5 көн дауам итәсәк.
«Шағирҙар һуҡмағы» проекты ябай туристик маршрут, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһындағы Кавказ тауҙарына үрләү генә түгел. Ул бөйөк дүрт әҙип, дүрт дуҫ Мостай Кәрим, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов, Сыңғыҙ Айтматовтың ижадына мәңгелек һәйкәл. Тау үрҙәренә һуҡмаҡтарҙан халыҡ өҙөлмәүе әҙәбиәт классиктарының ижадына оло һөйөүҙе сағылдыра.
Р. Кәримова






