Иглин районының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте. «Лютый» ҡушаматлы яугир үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡатйҡанда ул штаб ирекмәндәре менән осрашып өлгөрөргә тырыша. Иглин ирекмәндәре хәрбигә экскурсия ойоштороп, бүләктәр тапшырҙы. Күңел йылыһы менән үрелгән маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәрҙе ул алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә алып барасаҡ.
Тылһыҙ фронт юҡ тигән фекерҙә ирекмәндәр. Гүзәл заттар махсус хәрби операция яугираҙарына ярҙам йыйыу өсөн көндә штабта йыйыла. Уларҙың көсө менән райондан тиҫтәләрсә гуманитар ылау оҙатыла. Ярҙамды почта, отпускыға ҡайтҡан яугирҙар аша ебәрәләр, үҙаллы ла алғы һыҙыҡҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр ташыйҙар. Ирекмәндәр был эште еңеү килгәнсе дауам итергә ниәтләй.






