Өфө оҫтаһы ижадын һәм көсөн махсус хәрби операция яугирҙарына бағышлаған

Йөрәк һәм ҡул көсө менән. Өфөлә йәшәүсе Фәнүз Сәлимгәрәев тимерҙән һоҡланғыс скультуралар ижад итә, арт-объекттарға күңел йылыһын һала. Ә махсус хәрби операция башланыу менән ул оҫталығын яугирҙарға ярҙам итеүгә йүнәлткән. Ирекмән-оҫта хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Фәнүз Сәлимгәрәев иретеп йәбештереү аппаратында фронт өсөн окоп мейестәре, хәрбиҙәргә кәрәкле ҡулайламалар эшләй. Ышаныслы һәм айырым хәстәрлек менән эшләнгән ҡорамалдар ауыр шарттарҙа һалдаттарға ярҙам итә. Был өйөмдәге әйберҙәр ҙә алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға инселәп тупланған. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тәғәйенләнә.

Ул тимер һынлы тимерҙе үҙенә буйһондороу, ипкә килтереү һәләтенә эйә. Ҡулдары тейгән тимер киҫәктәре тыңлаусан һәм килешле форма ала. Тимерсенең һәр эшендә айырым йылылыҡ һәм тәрәнлек тойорға мөмкин.

Металдан ҡоролған һындар буяуҙар, һыҙаттар менән байытылған юғары сәнғәт әҫәре кимәлендә. Улар кешеләрҙе берсә уйланырға, берсә һоҡланырға мәжбүр итә.

Әммә Фәнүз оҫтаханала эшләү менән генә сикләнмәй. Ул етенсе тапҡыр руль артында гуманитар йөк менән үҙе рулдә фронтҡа юллана. Үҙенең яҡташтарына алғы һыҙыҡта ярҙам итә һәм быны ихлас, саф күңелдән эшләй. Уның булмышы изгелек һәм матурлыҡ булдырыу.

Фәнүз Сәлимгәрәев был скульптураны ярты йыл эсендә ҡораған. Скульптура өсөн 350 килограмдан ашыу тимер ҡалдыҡтары ҡулланған. Улар меңгә яҡын. «Йыртҡыс» ҡушаматлы герйҙың оҙонлоғо ике метр ярым. Ул ысын робот һымаҡ бына-бына атлап китер һымаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ