Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы башланды

Күләмле сара сиктәрендә Шишмә районында велосипедсылар ярышты. Спортсыларҙың дистанцияһы хәүефһеҙ һәм еңел үтһен өсөн бында юлдар махсус әҙерләнде. Башҡортостан билдәле велосипедсылар тәрбиәләү йүнәлешендә алдынғы төбәк һанала. Спартакида ил кимәлендә иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн ойошторола. Еңеүселәрҙең йыйылма командаһы 2028 йылда Америка Ҡушма штаттарында үтәсәк Олимпия уйындарында Рәсәй данын яҡлаясаҡ.

Бер үк ваҡытта Өфөлә лә ярыштар ойошторолдо. Спартакиадала ҡатнашыусылар «Йылы» күлдә триатлон буйынса көс һынашты. Был спорт төрө йөҙөү, йүгереү һәм велосипедта уҙышыуҙы үҙ эсенә ала, шуға ла ул көйәрмәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлбиттә, өс спорт дисципланаһын берләштергән ярыш өсөн майҙансыҡтарҙы махсус йыһазландырыу талап ителә. Башҡортостанда Спартакиданы юғары кимәлдә ойоштороу өсөн етди әҙерлек алып барылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ