"Ветеран" тигән мобиль ҡушымта булдырылды. Барлыҡ ярҙамы саралары һәм сервистар бер системала туплана. Республика махсус хәрби операция ветерандары берлегәнән хәбәр итеүҙәренсә, проект фронттан ҡайтыусыларҙың төп проблемаларының береһен хәл итәсәк. Уларға төрлө урындарға мөрәжәғәт итергә, күп бюрократик кәртәләр үтергә тура килә. Ҡушымтала көнүҙәк мәғлүмәттәр күренә, мөрәжәғәт яҙырға, медицина,психологик һәм юридик ярҙам алырға, вакансиялар тураһында белдешергә мөмкин. Башҡортостан ошондай ярҙам алымы ҡулланылған тәүге төбәк булып тора.








