Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, сара августың һуңғы шәмбеһендә үткәрелә. Фестиваль ҡунаҡтарын башҡа йылдарҙағы кеүек үк иҫтәлекле саралар көтә, балалар бушлай туңдырма менән һыйлана ала. "Һөт иле" 2011 йылдан башлап ойошторолоп килә. Уҙған йылда фестивалгә 83 мең самаһы кеше килгән, 13 тоннанан ашыу һөт эселгән.








