Башҡортостанда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө киң билдәләнде

2 август Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнде. Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән байрам Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров десантсыларҙы тәбрикләп, Советтар Союзы геройы, генерал Василий Маргеловҡа бюст асыуҙа ҡатнашты. Уның эргәһендә уҡыу-күнекмәләр уҙғарыу өсөн һауа-десант комплексы ла үҙ эшен башланы. Легендар хәрби етәксе исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар тураһында киләһе яҙмала.

«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында тарихи ваҡиға. Ҡанатлы пехота ойошторолоуға 96 йыл тулыу уңайынан Советтар Союзы геройы, 1950-1970 йылдарҙа һауа-десант ғәскәрҙәре менән етәкселек иткән армия генералы Василий Маргеловҡа бюст асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантаналы сарала ҡатнашып, ил батырҙары исемен мәңгеләштереү мөһимлеген билдәләне.

Һауа-десант ғәскәрҙәре 1930 йылдың 2 авгусында ойошторолған. Тап ошо көндә Мәскәү хәрби округы күнекмәләре барышында Воронеж эргәһендә 12 кешенән торған төркөм самолеттан парашют менән һикерә һәм тактик бурысты уңышлы үтәй. Был төр ғәскәрҙәрҙең үҫешендә генерал Василий Маргеловтың өлөшө ҙур. Бюст асыу тантанаһына уның бүләсәһе Полина Прасол да саҡырылғайны.

Бюст эргәһендә асылған уҡыу-күнекмә комплексы ла Советтар Союзы геройы Василий Маргелов исемен йөрөтәсәк. Парашют вышкаһы, Ми-8 вертолеты менән ҡоролған бейек тренажер, Ан-2 самолеты макеты, ергә хәүефһеҙ төшөү күнекмәләрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән трамплин һәм башҡа ҡулайламалар уҡыуҙарҙың практик әһәмиәтен көсәйтәсәк кенә.

Бында мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙан тыш, хәрбиҙәр һәм көс структуралары вәкилдәре лә парашюттан һикереү һәм десант һәләттәрен нығыта ала. Рәсәй армияһына, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү ирекле йәмғиәте етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостандағы комплекстың ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбенә инеүен билдәләне

Һауа-десант ғәскәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында ла, хәрби бәрелештәрҙә лә ил мәнфәғәттәрен яҡлап барлыҡ бурыстарҙы теүәл үтәне. Бөгөн дә зәңгәр береттар махсус хәрби операция биләмәһендәге хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һауа-десант ғәскәрҙәре хәрбиҙәрен һәм ветерандарын байрам менән тәбрикләп, дәүләт наградалары тапшырҙы.

Байрам уңайынан «Патриот» паркында «Геройҙар уҙышы» ла ойошторолғайны. Күләмле ярышта тәүге урында Стәрлетамаҡ командаһы алһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Белорет менән Стәрлетамаҡ райондары вәкилдәре уртаҡлашты.

Парк биләмәһендә мәсет менән сиркәү төҙөлөшөнә лә старт бирелгәйне. Республика башлығы эш барышы менән танышып, рухи-мәғрифәтселек комплексы Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә-4 ноябрҙә асыласаҡ тип хәбәр итте.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ