Бөгөн урыны менән көслө ел сығыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда ашығыс рәүештә 112 телефоны буйынса шылтытыратыу һорала. Гидрометүҙәк фараздары буйынса, йәйҙең һуңғы айы күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән әллә ни айырылмай. Айлыҡ уртаса температура климат нормаһы кимәлендә-17 градус көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, айлыҡ яуым-төшөм күләме лә норма сиктәрендә. Артыҡ эҫе лә, ямғырлы ла булмаясаҡ. Августтың тәүге көндәрендә циклон йоғонтоһо һаҡлана әле, ә аҙнаның икенсе яртыһында яуым-төшөм кәмейәсәк, һауа температураһы күтәрелә башлай.






