Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙы яңыртыу эштәре әүҙем бара

Йәшәү шарттарып яҡшыртып. Республикала күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт эштәре әүҙем алып барыла. Төҙөкләндереү сиктәрендә байтаҡ лифттар тәртипкә килтерелгән. Ҡулланыу ваҡыты сыҡан лифттар араһында уҙған быуатта Сәмәрҡәнд заводында һәм Советтар союзында етештерелгән лифттар булған. Хәҙер улар заманса, хәүефһеҙ кабиналарға алмаштырырыла. Башҡортостан «Лифттар хәүефһеҙлеге» Таможня союзының техник регламентын үтәгән тәүге төбәктәр исемлегенә индерелгән. Дөйөм алғанда Башҡортостанда 11 йыл эсендә 4 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған. Был 2055 йылға тиклем билдәләнгән пландың 55 проценты.

Былтыр капиталь ремонт программаһы буйынса Башҡортостанда күп фатирлы 692 йорт төҙөкләндерелгән. Ҡайһы бер торлаҡтарҙа һыу, йылытыу системаһы яңыртылһа, икенселәрендә фасад эштәре алып барылған, ҡыйыҡ алмаштырылған. Капиталь ремонт, тәү сиратта, халыҡты борсоған күптәнге мәсьәләләрҙе хәл итеп, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта айлыҡ түләүҙәр-ябай ғына сығым түгел, ә киләсәккә инвестиция тигән ҡарашта белгестәр. Фонд нығына икән, тимәк, йылдан-йыл йорттар ҙа күберәк төҙөкләндерелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ