Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Ветеран 02» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы

Был платформа ярҙамында яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төбәктә тормошҡа ашырылған ярҙам саралы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов әйтеүенсә, платформаны сафҡа индереү-ассоциация алып барған оҙайлы һәм системалы эштең логик дауамы булып тора.

Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ: махсус хәрби операция ветерандарын бюрократия ҡатмарлыҡтарынан азат итеү. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙар төрлө инстанциялар буйлап йөрөргә, белешмәләр йыйырға мәжбүр була. Ҡушымта был проблеманы хәл итә. Дөйөм алғанда «Ветеран 02»не «берҙәм тәҙрә» тип әтергә була.

Оскар Ситдиҡов, Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе

Мобиль ҡушымта ярҙамында ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ассоциацияға инә, актуаль яңылыҡтарҙы белә, мөрәжәғәттәр ебәрә, медицина, психологик һәм юридик ярҙам ала. Платформа ветерандар, ассоциация, власть органдары, муниципалитеттар, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм эш биреүселәр араһында үҙ-ара эш итеүҙең берҙәм тәҙрәһе булып тора. Башҡортостан Рәсәйҙә бындай һанлы ярҙам моделен индергән тәүге төбәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ