Кешелекле һәм иғтибарлы. Стәрлетамаҡта авария урынында пассажирға ярҙам иткән табип Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһы хеҙмәткәре Эдуард Фәйзуллин икәне асыҡланды. Операция бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы табип быға тиклем дә ғәҙәттән тыш хәл урынында ярҙам күрһәткәне булған. Дан өсөн түгел, мин ни бары үҙ эшемде башҡарҙым, тигән фекерҙә табип. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханыһы табибы Эдуард Фәйзуллин һөнәренә һәр саҡ тоғро. Дауаханала төп эше тамамланғас та ул һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Стәрлетамаҡ районында Рощинский ауылында теркәлгән аварияла ул ашығыс медицина хеҙмәте килгәнсегә тиклем тәүге ярҙам күрһәтә. Битараф булмаған башҡа кешеләр менән ул зыян күргән 5 пассажирға тәүге минуттарҙа иң кәрәкле процедураларҙы башҡара.
Операция бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Эдуард Фәйзуллин быға тиклем дә осраҡлы рәүештә кешеләрҙе ҡотҡарған. 2018 йылда шулай аварияла зыян күргән водителгә медицина ярҙамын күрһәткән. Бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәр табиптың иғтибарлы, кешелекле сифаттарын билдәләй.
Ф.Миһранова






