Ҡыйғы районындағы «Маяҡ» балалар лагерында яңы корпус һәм ашхана яңыртылған

Ашхана бинаһы яңыртылған, ике модулле корпус сафҡа индерелгән. Ҡыйғы районындағы «Маяҡ» балалар лагерындағы үҙгәрештәр ял итеүселәр өсөн шарттарҙы яҡшыртыуҙан тыш, уның мөмкинлектәрен арттырыуға ла өлгәшкән. Яҡын арала учреждение «Патриот» паркының филиалы статусын алыуы ихтимал. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өс урынлы бүлмәнең үҙ санузелы ла бар. «Маяк» балалар һауыҡтырыу лагерында бындай шарттар тураһында бер нисә йыл элек хыялланырға ғына мөмкин ине. Тиҙ ҡоролоусы корпустар төҙөлөү менән барыһы ла үҙгәрҙе.

Балалар лагеры федераль субсидиялар конкурсында еңеп, ял итеү өсөн заманса инфраструктура булдырыу мөмкинлеген алды. Тәүге корпус 2024 йылда ҡалҡып сыҡһа, быйыл икенсеһе сафҡа инде.

Ашхана бинаһын комплекслы ремонтлауға 30 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. 4 миллионға технологик ҡорамалдар һатып алына. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә лагерҙың һыйҙырышлылығы 170 урынға еткән. Быйыл да учреждение өс сменала эшләне. Һәр ҡайһыһы айырым йүнәлештә алып барыла.

Балалар ял иткән арала Ҡыйғы районы мәғариф учреждениелары тәртипкә килтерелә.

Әйткәндәй, «Маяҡ»тағы эштәр тик бының менән сикләнмәйәсәк. Киләсәктә Өфө районындағы «Патриот» паркының филиалы кимәленә тиклем үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.

Ә был яңылыҡ иһә Ҡыйғы районының балалар һауыҡтарыу лагеры кимәлен арттырып, ял итеүселәр географияһын киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ