Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 5-7 йәштәрҙәге малай-ҡыҙҙар өсөн сағыу һәм ҡыҙыҡлы плакаттар әҙерләгән. Материалдар аша төрлө милләт балалары башҡорт теле менән танышып телмәр үҙләштерә аласаҡ. «Тере һүҙ»ҙең тәүге өлгөләре төрлө район-ҡалаларҙағы балалар баҡсаһына оҙатылды.
«Тере һүҙ» проекты буйынса 350 плакат баҫтырылған. Улар ярҙамында меңдән ашыу малай-ҡыҙ башҡорт теле менән таныша аласаҡ. Үҙенсәлекле стендтарҙа республика тәбиғәте, ҡаҙаныштары, геройҙары, милли байрамдары тураһында мәғлүмәт тупланған. Мәғариф проекты Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.






