Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Үзбәкстан бизнес форумы үтә

Бөгөн Өфөлә  Башҡортостан һәм Үзбәкстан бизнес форумы үтә

Урта Азия дәүләтенән 100-ҙән ашыу предприятие вәкиле килде. Форумда ҡатнашыусыларҙы Республика Башлығы исеменән вице-премьер-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев сәләмләне. - Бөгөн Үзбәкстан өлкәләре менән биш килешеү төҙөлдө. Уҙған йылдарҙа ике республика төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса ҙур тәжрибә тупланы. Ташкент, Бохара, Наманган, Фирғәнә өлкәләре, Ҡараҡалпаҡстан менән килешеүҙәр бар. Бишенсе йыл рәттән сауҙа үҫешә. Үзбәкстан туҡымаһы, йәшелсә-емеше, машина төҙөү продукцияһына ихтыяж бар. Беҙҙең республиканан химия сеймалы, ағас материалдар, ашлама һәм башҡа тауар һатыла, - тине Александр Шельдяев.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә  Башҡортостан һәм Үзбәкстан бизнес форумы үтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ