Башҡортостанда яңы социаль ярҙам саралары әҙерләнә

Башҡортостанда яңы социаль ярҙам саралары әҙерләнә

Был турала республика хөкүмәтендә белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, 1 августан социаль ярҙам алыу өсөн "Мир" карталарын ҡулланыу буйынса эксперимент башланды.  Проект Башҡортостанда, Ростов һәм Төмән өлкәләрендә  һынала.  Күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар һәм студенттар өсөн льгота ҡарала. Ҡатнашыу өсөн "Мир" картаһын дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәргә кәрәк. Унан һуң транспортта, аҙыҡ-түлек магазиндарында һәм мәҙәниәт учреждениеларында ташлама автомат тәртиптә иҫәпләнә. Андрей Назаров профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға проектты башларға әҙер булырға ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы социаль ярҙам саралары әҙерләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ