Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһынан 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Ейәнсура районында Оло Эйек йылғаһында 48 йәшлек ир батҡан. Ул ярҙан һыуға һикергән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәләр теркәлгән урындарҙа һыу инеү тыйылған.








