Учалы ҡалаһында һыу үткәрес ремонты дауам итә

Коммуналь авария ҡабатланмаһын өсөн. Учалы ҡалаһында һыу үткәрес ремонты дауам итә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ғинуарҙа Яңы йыл каникулы осоронда 80-ән ашыу күп фатирлы йорт һыуыҡ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалғайны. Осраҡ эҙемтәләре 15 сәғәттә бөтөрөлдө. Ошо уҡ йылдың йәйендә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә торбаларҙың 6 саҡрымы яңыртылды. Быйыл эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль программаһы буйынса дауам итә. Киләһе этап 2027 йылда башлана. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, учалыларҙы борсоған мөһим мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылған. Күләмле ремонт инженер системаһын өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ