Изгелек марафоны ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү өсөн ойошторола. Август аҙағына тиклем дауам иткән акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн «Ғаилә» үҙәге бүлексәләренә канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн әйберҙәр тапшырырға кәрәк. Үҙәк бүлексәләре адрестары «Ғаилә» порталында яҙылған. Шулай уҡ өр-яңы йәки яҡшы һаҡланған портфелдәр, мәктәп формалары, дәреслектәр һәм кластан тыш уҡыу өсөн китаптар ҙа ҡабул ителә.






