Радий Хәбировтың ошо турала указы бар. Ишембайҙан Лабзиндар, Туймазынан Шушуновтар, Өфөнән Ибраһимовтар һәм Белорет районынан Елена Рыбакова бүләкләнә. "Ата-әсәлек даны" миҙалы балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм нығытыуға ҙур өлөш индереүселәргә бирелә.








