Башҡортостан китап нәшриәте баҫмалары Мәскәү парктары китапханаларына тапшырылды

Башҡортостан китап нәшриәте баҫмаларын Мәскәү парктары китапханаларында уҡып буласаҡ. Төбәк нәшриәттәре араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы ил баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтар Башҡортостанда сыҡҡан китаптары менән бушлай таныша ала. Ижади проект башҡорт әҙәбиәтен, бай тарихын, ҡаҙаныштарын популярлаштырыу өсөн ойошторолған. Ғалимдарҙы, яҙыусыларҙы берләштергән сара сиктәрендә «Ходын яланы» паркы китапханаһына тиҫтәләгән баҫма бүләк ителде, яңы йыйынтыҡтарҙың исем туйы үтте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ