Радий Хәбиров Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса эшҡыуарҙар менән осрашты

Иҡтисадтың мөһим өлөшө. Республика башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙар, туроператорҙар, федераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашып, төбәктә туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Тармаҡ инфраструктураһын булдырыуға иғтибар юғары, яңы туристик объекттар, маршруттар барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта ваҡиғалар туризмына айырым иғтибар бүленә, һәр муниципалитеттың бренд сараһы бар. Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығы, ял өсөн булдырылған шарттар тураһында күберәк һөйләп, ҙур мәғлүмәт компанияһын ғына алып барыу талап ителә. Осрашыуҙан киләһе материал.

Бөрйәнгә барып Шүлгәнташ мәмерйәһен күрергә, Ишембайҙа Торатауға күтәрелергә, Белорет, Ғафури райондарында йылғанан һалда йөҙөп төшөргә мөмкин. Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес һәм миллиондарса кешенең һөйөүен яулаған. Ял уңайлы һәм хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа туризм инфраструктураһын үҫтереүгә бюджеттан ҙур финанстар бүленгән. Был йәһәттән бизнес та тармаҡты нығытыуға әүҙем ҡушылған.

Эшҡыуарҙар глемпингтар, кэмпингтар аса. Юл буйы сервисында яңы объекттар сафҡа индерелә. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк. Конкурентлыҡты һаҡлау өсөн тармаҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү мотлаҡ. Ә иң мөһиме Башҡортостан тәбиғәте матурлығы, туристик мөмкинлектәре тураһында Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күберәк кеше белергә тейеш. Социаль селтәрҙәрҙә эште йәнләндереп, республиканы танытыу мотлаҡ. Ил кимәленә күләмле проекттар менән сығыу тәҡдимдәре яңғыраны.

Осрашыуҙа федераль блогерҙар ҙа ҡатнашты, улар Башҡортостанда тәүге тапҡыр булыуын, тәбиғәттән хайран ҡалыуын билдәләне.

Башҡортостан Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында тәүге ун төбәк исемлегендә. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республика ваҡиғалар туризмы төбәге булараҡ та танылыу алды. Тармаҡ белгестәре ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер, ялдың төрлө төрҙәре, йүнәлештәре тәҡдим ителә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа һәр кем Башҡортостан туризмын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен, борсоған һорауҙарын еткерҙе.

Бөгөн район-ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Туристар ағымына килгәндә, инфраструктураны үҫтереү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Тәүге яртыйыллыҡта ғына Башҡортостанға булған сәфәрҙәр 614 меңдән ашҡан. Уҙған йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда, күрһәткес 3,8 процентҡа артҡан.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ