Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы уңыш буйынса Стәрлетамаҡ районы лидерҙар рәтендә. Район аграрийҙары 76 меңгә яҡын иген туплаған. Ауырғазы районы эшселәре 64, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағоштар 53 мең тонна уңышты ырҙын табаҡтарына рҙатҡан. Республиканың 47 районында ауыл хужалығы предприетиелары ураҡ өҫтөндә. Дөйөм алғанда Башҡортостанда иген, бойҙай һәм майлы культуралар уңышы 700 мең тоннаға еткән. Алдынғы район-Стәрлетамаҡ эшсәндәре менән Азат Ғәлиуллин осрашты.
Диңгеҙ кеүек киң баҫыуҙа, әйтерһең дә караптар йөҙә. Рәткә теҙелгән һигеҙ комбайн ужым бойҙайын урыуға төшкән. Улар араһында Стәрлетамаҡ районының алдынғы механизаторы Сергей Корчажников та бар. Быйыл да еңеүҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша.
Стәрлетамаҡ районының «Дружба» хужалығы йыл да ужым бойҙайына өҫтөнлөк бирә. Быйыл ул йәмғеһе 12 мең гектар майҙанды тәшкил иткән. Ауыл хужалығында шулай уҡ иген һәм майлы культураларҙы үҫтереү буйынса ла уңышлы эш алып барыла.
Стәрлетамаҡ районында урып-йыйыу эштәре июль урталарында уҡ башлана. Әлегә иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 40 центнер тирәһе, ҡайһы бер баҫыуҙарҙа ул 60 центнерҙан да артып китә. Аграрийҙар һүҙҙәренсә эштә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителгән.
Бөгөн республиканың 47 районында ураҡ эштәре алып барыла. Аграрийҙар ужым культуралары менән бергә, майлы үҫемлектәрҙе, борсаҡ, арпа һәм һоло баҫыуҙарына ла төшкән. Быйыл ауыл эшсәндәренә миллион 245 мең гектар майҙанды эшкәртеү күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин






