Йылыйыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында «Za берҙәмлек» йәштәр фестивале уҙҙы

Йәштәрҙе берләштергән сара..Йылыйыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында «Za берҙәмлек» йәштәр фестивале уҙҙы. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә ойошторолған саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ватанға тоғролоҡ, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау,эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, дошман ҡотҡоһона бирешмәү, белем алыусы, эшләүсе йәштәр араһында хөрмәт һәм мәҙәнилек хистәрен үҫтереү, -йәштәр фестиваленең төп маҡсатттары. Журналистика, сәйәсәт, мәҙәниәт бегестәре, махсус хәрби операция геройҙарынан тупланған иң көслө спикерҙар, психологтар-бөтәһе лә уҡыусы һәм эшсе йәштәрҙе берләштереү маҡсатында лекциялар, осталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Махсус хәрби оперция ветераны Рауил Фәнил улы Ҡаҙанғолов Йылйыр районындағы йәштәр ҡорона шәхси саҡырыу алған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ватан һаҡсыһы мәғариф учреждениеларында үҫмерҙәр менән 150 ашыу батырлыҡ дәресе үткәргән. Уның ҡатнашлығында илһәйәрлек сараларында алты меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнашҡан. Доставалов батальнында БМП-3 наводчигы ярҙамсыһының йәштәргә еткерер аманаты бар.

Ә был залда махсус хәрби операцияла фронт юлдарын үткән остаздар. Йәштәрҙе тәрбиләүселәр республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән. Әмир Ниғмәтуллин хатта себер вахтаһына йөрөүгә ҡарағанда Ишембай кадет корпусында тәрбиәсе булып эшләүҙе мөһимерәк һанай. Луиза Цыбезова лекцияларын һәм оҫталыҡ дәрестәрен ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе тәрбиәләгәндә мотлаҡ ҡулланасаҡ.

Йәштәр һайлауҙарҙа ла әүҙем, үҙ тауышын бирә, киләсәкте һайлай, тигән фекерҙә Башҡортостан йәштәр палатаһы рәйесе Илнур Рамаҙанов. Быйыл һайлауҙарҙа 2008 йылғы йәштәр ҡатнашасаҡ. Улар Рәсәйҙә бер миллион алты йөҙ мең кеше. Йәштәр сәйәси дебаттарҙа ҡатнашып үҙ фекерен еткерҙе.

Был кадрҙарҙа геройҙар уҙышы. Йәштәр команда рухы ярҙамында бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла уңышлы үтте. Тәбиғәт ҡосағындағы походта иһә «Беренселәр» хәрәкәте ағзалары әүҙем ҡатнашты. Малай -ҡыҙҙар урман-тауҙарҙа хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен өйрәнде, дөрөҫ итеп ял итеү урындарын һайлау, бәләгә тарығанда беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарын үҙләштерҙе. Туризмды үҫтереү нескәлектәренә төшөндө. Ә милли нағыштарҙы сигергә өйрәнергә теләүселәр Урал аръяғында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре алып ҡыуанды.

«Za берҙәмлек» фестивале үҙ майҙанында 500 ашыу йәштәрҙе тупланы. Улар Рәсәй һәм Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында эшләүсе һәм белем алыусылар. Хәрби сынығыу үткән остаздар тәрбиә өлкәһендә белем эстәне, йәш-елкенсәк үҙҙәрен ысын сәйәсмәндәр ролендә һынап ҡараны, ауыл хужалығы өлкәһендә гранттар яҡланы. Сара берҙәмлек, дуҫлыҡ тулҡынында уҙҙы.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ