Ишембай районы Кинйәкәй ауылының 265 йыллығы уңайынан байрам сараһы үтте

Мәҙәниәт йортонда ойошторолған тантаналы ваҡиғаға сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар саҡырылды. Ауылдың ветерандар советы рәйесе, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Райхана Йәһүҙина ауыл тураһында тарихи мәғлүмәттәр еткерһә, үҙешмәкәр коллективтар концерт ҡуйҙы. Шулай уҡ сәхнәлә фиҙәҡәр хеҙмәт итеп, лайыҡлы тормош юлы үткән өлкән быуын вәкилдәрен, махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләрен, ирекмәндәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. «Өлгөлө ғаилә», «Иң яҡшы ихата» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.

Кинйәкәйҙә барлығы 125 йорт иҫәпләнә. Мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, мәсет төҙөлгән. Ауыл халҡы берҙәм булыуы менән айырыла, тирә-яҡты тәртипкә килтереү булһынмы, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам йыйыумы-бер кем дә битараф ҡалмай. Әлегә махсус хәрби операция яугирҙарына тиҫтәләп маскировка селтәре үрелгән. Байрамға ҡатнашыусылар йәшәгән төйәге менән ғорурланыуын белдерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ