Төҙөүселәр көнө алдынан Башҡортостанда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов республика башлығы исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, тармаҡтағы ҡаҙаныштар менән таныштырҙы. Төҙөлөш комплексы-төбәк иҡтисадының мөһим өлөшө, социаль-иҡтисади үҫеш нигеҙе. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙә тәүге ун төбәк исемлегендә, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын тормошҡа ашырыу, инженер инфраструктураны үҫтереү, биләмәләрҙе үҫтереү, социаль объекттар сафҡа индереүгә лә юғары иғтибар бүленә. Һөнәри байрам алдынан Өфөлә ойошторолған тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Төҙөлөш объектын ваҡытлыса ҡалдырып, ял итергә, лайыҡлы наградалар алырға ваҡыт. Республикала торлаҡ, социаль объекттар төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнашҡан, фиҙәҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған бер төркөм тармаҡ белгестәре тәбрикләнде. Араларында штукатур-малярҙар, ағас эше оҫталары, инженерҙар, төҙөлөш компаниялары етәкселәре лә бар. Ярты быуатҡа яҡын кран машинисы булып эшләгән Мөнирә Аяҙғолова хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе маҡтаулы исемен йөрөтә.

Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан оҫталар ҡотлауҙар ҡабул итә. Республиканың төҙөлөш тармағында бөгөн 100 меңдән ашыу кеше эшләүе билдәле. Көндәлек хеҙмәте менән улар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнаша. Район-ҡалаларҙың йөҙөн билдәләй.

Төҙөүселәр көнө уңайынан «Торатау» Конгресс-холлында ла бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары-Башҡортостандың Почет грамотаһы һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлөш өлкәһе төбәк үҫешенең мөһим йүнәлешенә әйләнде. Һуңғы ете йыл эсендә республикала 20 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелде. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш эштәре күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге исемлегендә

Башҡортостана заманса мәғариф һәм фәнни инфраструктура ла булдырыла. Тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүгә лә иғтибар юғары. Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы ла «Профессионалитет» программаһы сиктәрендә күләмле яңырыу кисерә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ