Стәрлетамаҡ студенттары юлдарҙы тикшереү өсөн дрон уйлап сығарған

Юлдағы етешһеҙлектәр һауанан да күҙәтелә. Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары дрон-юлсы уйлап сығарған. Сығарылыш курс эше сиктәрендә улар пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланыу буйынса техник-мәғлүмәт сиселешен тәҡдим итә. Яңылыҡ юл япмаһының сифатын мониторлау, соҡорло урындарҙы билдәләү өсөн тәғәйенләнгән. Пилотһыҙ осоу аппараты маршрутты үҙе төҙөй, башҡарылған эштәр тураһында отчет әҙерләү мөмкинлегенә эйә.

Юлдың торошон тикшереү өсөн дронға камера беркетелгән. Маршрутты ул үҙе төҙөй. Тупланған мәғлүмәттәрҙе операторға еткереү өсөн пилотһыҙ осоу аппаратына микрокомпьютер урынлаштырҙыҡ. Юлдар торошо тураһында дөйөм отчет тура операторға еткерелә.

Тимур Бикмөхәмәтов, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ