Өфөләге Яңы Затон-Көнсығыш биҫтәһендәге юлды сентябрь аҙағында тапшырасаҡтар

Өфөнөң Яңы Затон-Көнсығыш биҫтәһендә төҙөлгән юлды сентябрь аҙағында тапшырыу ҡаралған. 4 саҡрымдан ашыу юл төҙөлөшө әле дауам итә. Объект яңы торлаҡ инфраструктураһын яҡшыртырға тейеш.

Затон-Көнсығыш биҫтәһендә юл төҙөлөшө 2022 йылда башланған. Объект дөйөм оҙонлоғо 4 саҡырым тәшкил иткән ете урамды берләштерә. 4 урамда төҙөлөш эштәре тамамланған, бөтә инженер коммуникациялары һалынған. Объект әҙерлеге 75 процент тирәһе. Подрядсы ойошма әле тротуар һәм велосипед юлы һала, туҡталҡалар эшләнә.

Төп юлдың киңлеге 15 метр. Һәр урамда автомобилдәр өсөн 60- 80 тирәһе парковка урыны була.

Булат Нотфуллин, Өфө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы участка етәксеһе

Урамдарҙың береһе ҙур автомобиль ағымына иҫәпләнгән. Йәмәғәт транспорты туҡталыштары буласаҡ. Яҡтылыҡ ҡорамалдарн монтажлау дауам итә.

Юлдар 2 метрҙан алып 5-6 метрға тиклем күтәрелде. Ямғыр һыуҙары канализацияһында эштәрҙе тамамлайһы, люктарҙы урынлаштыраһы бар.

Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Биҫтәлә торлаҡ төҙөү иһә биш йыл элек башланған.Проект буйынса бында миллион ярым квадрат метр торлаҡ һалыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта 22 йорт файҙаланыуға тапшырылған. Яңы йорттарҙа йәшәүселәр төҙөлөш тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтә.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ