Иглин районында махсус хәрби операция ветераны яңы йорт асҡыстары алды

Махсус хәрби операция яугиры, күп балалы ғаилә башлығы яңы йорт асҡыстары алды. Иглин районында йәшәүсе Александр Гришин торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 2020 йылдан алып тора. Быға тиклем ишле ғаилә бәләкәй фатирҙа йәшәгән. Алтынсы бала тыуғас уларға яңы йортҡа ун миллион һумлыҡ сертификат тапшырылған. Әле яугир яраланып ҡайтҡандан һуң реабилитация үтә. Әйткәндәй, республикала дәүләт программаһына ярашлы 500 күп балалы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ярҙам күрһәттеләр, ныҡлы терәк тойҙом. Беҙҙең ишле ғаилә өсөн йорт ысынында ла ҡәлғә буласаҡ. Балалар тәрбиәләү өсөн киң мөмкинлектәр ҙә аса.

Александр Гришин, Махсус хәрби операция ветераны
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ