Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бөгөнгө мәғлүмәттәренә ярашлы, йәмғеһе 210 мең гектарҙа ужым культуралары һуғылған. Был планлаштырылған дөйөм күләмдең 75 процентын тәшкил итә. Уртаса уңыш кимәле гектарынан 36,5 центнер тәшкил итә. Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары хужалыҡтары урып-йыуыу эштәрен тамамлаған. Ауырғазы һәм Әлшәй районы аграрийҙары иһә кампанияның финиш һыҙында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда ужым иген культураларының дөйөм майҙаны 280 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Был күрһәткес республикала киләһе уңыш өсөн яҡшы нигеҙ һалына икәнлеген күрһәтә.






