Фестивалдә спорт ярыштары менән бер рәттән Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм популяр артистар концерты уҙҙы. Ҡунаҡтар өсөн волейбол, мини-футбол, пейнтбол, арҡан тартыу, тоҡ менән көрәш һәм башҡа ярыштар ойошторолдо. Байрам дауамында фотозоналар, һөнәрселәрҙең ҡул эштәре менән йәрминкә һәм Рәсәй халыҡтары милли ашамлыҡтары күргәҙмәһе эшләне.
Башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин «Урал Батыр» бөтә Рәсәй көслөләр турниры ойошторҙо. Сара Рәсәйҙең иң көслө кешеләрен, көс экстримы буйынса ил чемпиондарын йыйҙы. Ярышта ҡатнашыусылар араһында донъя рекордсылары ла бар.






