Коллектив бөтә меридиандар ҡушылған географик нөктәгә 22 ил делегацияһы составында «Еңеүҙең 50 йыллығы» атом боҙватҡысы бортында юлланды. Әй-йола төркөмө үҙенең социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәләрендә һөйләүенсә, был экспедиция символик мәғәнәгә эйә. Яҡынса ярты быуат элек Төньяҡ полюсҡа беренсе булып барып еткән «Арктика» боҙватҡысы походында Башҡортостандан өс кеше ҡатнашҡан. Тәүгеләрҙән булып Фидус Әсхәҙуллин СССР флагы менән флагшток урынлаштырған, ә Рафиҡ Булатов иҫтәлекле штемпель эшләгән, уның күсермәһе хәҙер Арктика һәм Антарктика музейында һаҡлана. Ә «Еңеүҙең 50 йыллығы» боҙватҡысының тәүге атамаһы Урал булған. Был да оло мәғәнәгә эйә, ти Ринат Рамаҙанов.






