Быйыл 2 мең тонна оҙатылған. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылдағынан күберәк. Быйыл сит илдәргә бойҙай, арпа, шулай уҡ мал аҙығы культуралары орлоғо һатылған. Тауарҙы Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия һәм Германия алған. Башҡортостандан иген экспорты ла артҡан. Быйыл 210 мең тонна һатылған.








