Бөгөн Өфөлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға коммерцияға ҡарамаған 18 ойошма етәксеһе ҡул ҡуйҙы. Документ граждандарҙың күҙәтеүҙә ҡатнашыу хоҡуғын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығыта. “Ҡанундарҙың теүәл үтәлешен, һайлауҙарҙың асыҡ һәм ғәҙел булыуын тәьмин итеү төп бурыс”, - ти Республика Йәмәғәт платаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина.
Һйлау 18, 19 һәм 20 сентябрҙә үтә. Рәсәй Дәүләт Думаһы, Өфө ҡала советы, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға депутаттар, 38 районда үҙидара вәкилдәре һайлана.








