Республикала “Башҡорт аты” йырына клип төшөрөлә

Республикала “Башҡорт аты” йырына клип төшөрөлә

Ижади төркөм Әбйәлил районы Айғырбатҡан утарында эшләй. Йырҙы Таһир Күсимов исемендәге башҡорт гимназияһының “Талисман” студияһы уҡыусылары башҡара. Проектты Фәнилә Ноғоманова етәкләй. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев команда менән осрашҡан. “Төп геройҙар – балалар. Улар башҡорт атының азатлыҡ һәм тоғролоҡ символы булыуы хаҡында йырлай. Күҙҙәре янып тора. Районда ошондай һәләтле кешеләр йәшәгәндә, республика һәм ил майҙансыҡтарында лайыҡлы урын алырбыҙ”, - тип белдергән Айрат Әминев. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Йыр башҡорт һәм рус телдәрендә була.

Фото №1 - Республикала “Башҡорт аты” йырына клип төшөрөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ