Радий Хәбиров республика халҡы исеменән Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһына БПЛА һөжүмендә һәләк булғандарҙың ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. Зыян күреүселәргә көс һәм тиҙерәк һауығыуҙарын теләйем тигән төбәк башлығы. Киев режимы ҡанһыҙ енәйәт ҡылыуын туҡтатмай. Бөгөн пилотһыҙ аппараттар һөжүмендә 12 кешенең ғүмере өҙөлгән тағы 39 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Башҡортостан һәр яҡлап та туғандаш республика халҡына ярҙам итергә әҙер.






