Архангел районында иҫерек йөк машинаһы водителе туҡтатылған

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары йөк машинаһы менән идара итеүсе иҫерек водителде туҡтатҡан. Архангел районында йәшәүсе битараф булмаған кешеләр социаль селтәрҙәрҙә чат-бот аша хәүефле хәрәкәт иткән транспорт тураһында хәбәр иткән. Инспекторҙар тиҙ арала иҫерек водителде туҡтатып протокол төҙөгән. Юл хәрәкәтен боҙоусыға ике йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү йәки 45 меңгә һумға тиклем штраф янай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ